Медиафорум "Заман"

Апрель 17, 2022 Просмотров: 93

16 апрелдә Өфө ҡалаһындағы 48- се башҡорт лицейында йәштәрҙең "Заман " медиафорумы булып үтте. Был сарала блогерҙар, дикторҙар,артистар ҡатнашты һәм "Асыҡ студия " майҙансығында уҡыусылар пресса менән аралашырға, интервью алырға өйрәнделәр, мастер - кластарҙа, семинарҙарҙа ( мобиль фотография, СМИ -менеджмент, блогер профессияһы, видеомонтаж нигеҙҙәре, уңышлы презентация серҙәре, корреспондент, журналист, график дизайн ) ҡатнаштылар.
Сараны БСТ һәм "Рәсәй - Башҡортостан " каналдары яҡтыртып барҙы.
Медиафорумға республиканың 14 районынан уҡыусылар килгәндәр. Илеш районынан беҙҙең мәктәптең 8-се класс уҡыусылары Хисаметдинова Алина һәм Талипова Дилара ҡатнашып, артабан ошо йүнәлештә эшләргә тәжрибә йыйып, дәртләнеп ҡайттылар. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт !!!