«Ете аҙым» марафонының алтынсы көнө

Декабрь 12, 2021 Просмотров: 76

«Ете аҙым» марафонының алтынсы көнө « Башҡорт теле – сабырлыҡ теле» тигән девиз менән башланып китте.
Беҙҙең мәктәп уҡыусылары башҡортса шиғыр уйлап яҙыу акцияһында бик теләп , әүҙем ҡатнашты. Үҙҙәре генә түгел, ата-әсәләрен дә йәлеп итте улар был эшкә. Бик матур шиғырҙар килеп сыҡты.

Белемгә ынтылған кеше
Булыр аҡыллы, сабыр.
Булдыҡлының бөтә эше
Тормошта урынын табыр.
Әкрмов Айҙар, 5-се класс

Дуҫлыҡ ҡәҙерен белгән кеше
Булыр оло йорәкле, сабыр.
Ҡылган һәрбер изге эше
Төшөп ҡалмаҫ, юлын табыр.
Заһретдинова Юлиә, 1-се класс

Бәхетле яҙмышлы кеше
Күңеле менән сабыр.
Яҡшы бара уның эше
Хөрмәтен дә шунан табыр.
Гилманова Розалина, 1-се класс

Аҙналыҡ дауамында башкорт телендә баҫылған гәзит-журналдарға яҙылыу ойошторолдо.Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа әүҙем ҡатнашты. Был сарала ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт!