1. Родителям
  2. Новости
  3. "Ете аҙым" марафонының бишенсе көнө

"Ете аҙым" марафонының бишенсе көнө

Декабрь 11, 2021 Просмотров: 81

"Ете аҙым" марафонының бишенсе көнө "Башҡорт теле- әҙәпле тел" девизы аҫтында дауам итә. Т.Рахманов исемендәге мәктәп уҡыусылары бөгөнгө ял көнөн бушҡа үткәрмәнеләр: башҡортса "Еңмеш", "Яңы һулыш","Ҡырағай" һ.б. фильмдарын ҡаранылар. Башланғыс класс уҡыусылары ,шул иҫәптән 4б класы уҡыусылары ла башҡортса йәнһүрәттәр ҡаранылар.Бигерәк тә " Зөһрә менән Ай " легендаһы буйынса төшөрөлгән йәнһүрәтте улар айырыуса яраттылар .Уҡыусылар үҙҙәренең хис-тойғоларын хеҙмәт дәресендә эшләнгән ижади эштәр аша күрһәттеләр, шулай уҡ ҡыҙыҡлы һүрәттәр төшөрҙөләр.Бөгөнгө сара башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең тәрбиәүи әһәмиәтен йәнә иҫбатланы: тик туған тел аша ғына бала үҙ халҡының мәҙәниәтен, тарихын аңлай , әҙәпле, тәрбиәле булырға өйрәнә.