14 декабрь-Башҡорт теле көнө
Декабрь 14, 2021
Просмотров: 92
14 декабрь халҡыбыҙҙың бөйөк мәғрифәтсеһе М. Акмулланың тыуған көнө.Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте. Шул уңайҙан беҙҙең мәктәп үҡыусылары Мәғариф министрлығы ойошторған онлайн форматта башҡорт теле буйынса дәрес ҡаранылар.
Атай тигәндә лә һин кәрәк,
Әсәй тигәндә лә һин кәрәк.
Күңелемдең һүнмәҫ нуры һин,
Мәңге йырланасаҡ йыры һин,- тип яҙған К.Кинйәбулатованың шиғыр юлдары менән башланып китте дәрес. Башҡорт теле - ул асҡыс. Һиңә башҡа төрки телдәрҙе асырға юл бирә. Башҡорт теле - яғымлы тел, изге тел, һаулыҡ нигеҙе, иң боронғо телдәрҙең береһе, шәхес үҫтереүсе тел. Ул тирә - яҡты таныта, аралаштыра, белем бирә, рухи яҡтан байыта. Туған тел- үҫеш нигеҙе. Шуны онотмайыҡ, дуҫтар!