Урал батыр
Февраль 17, 2022
Просмотров: 83
Илеш районының үҙәк китапханаһы шиғриәт һөйөүсе балаларҙы йәнә үҙ залына йыйҙы. Уҡыусылар "Башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр "ҙы уҡыйбыҙ " тип исемләнгән 3-сө төбәк -ара акцияһында ҡатнашты. Сараны йөкмәткеле итеп Әлфиә Вәлиева алып барҙы, педагогик хеҙмәт ветераны Ғәлиева Ғәлимә Мансур ҡыҙы эпостың асылын, әһәмиәтен аңлатты. Райондың төрлө мәктәбенән килгән уҡыусылар эпосты башҡорт,татар, рус, инглиз телендә һөйләп ишеттерҙеләр. Беҙҙең мәктәптең 5- се класс уҡыусыһы Әкрәмов Айҙар ҙа был сарала ҡатнашып, бик матур сығыш яһаны.