Башкорт теле көнө
Декабрь 14, 2022
Просмотров: 128
#Башҡорттелекөнө
14 декабрь - мәғрифәтсе шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө билдәләнә. Республикала төрлө сараралар үткәрелә һәм беҙҙең Т.Рахманов исемендәге мәктәп уҡыусылары ла был байрамдан ситтә ҡалманы. Уҡыусылар тел тураһында шиғырҙар һөйләнеләр,йырҙар йырланылар,башҡортса фильмдар ҡаранылар. Дәрестәрҙә тел тураһында әңгәмәләр, уйындар үткәрелде,фекер алышыуҙар булды һәм шундай һығымта яһалды : һәр кеше туған телен белергә,яратырға,һаҡларға һәм яҡларға бурыслы!