Башҡорт теленән онлайн - олимпиада.
Октябрь 16, 2023
Просмотров: 25
11-15 октябрҙә беҙҙең мәктәп уҡыусылары араһында башҡорт теленән онлайн - олимпиада үткәрелде.
Был проект Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырылды.
Ойоштороусылары: Автономиялы коммерцияға ҡарамаған Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм Автономиялы коммерцияға ҡарамаған "УМАЙ"этномәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы.
Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн төрлө кимәлдә онлайн-тест һорауҙар әҙерләнгән ине.
Уҡыусылар үҙҙәренең белемдәрен барлап, был олимпиадала актив ҡатнаштылар, сертификатҡа эйә булдылар.
Киләсәктә лә туған телгә ҡыҙыҡһыныуығыҙ, һөйөүегеҙ һүнмәһен!