1. Ученикам
  2. Новости
  3. 14 ДЕКАБРЬ - БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ

14 ДЕКАБРЬ - БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ

Декабрь 14, 2023 Просмотров: 33

Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.
14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте.
Бөгөн беҙҙең мәктәптә " Аҡмулла - яҡтылыҡ йырсыһы ",
"Тел - тере шишмә ", "Мәҡәл һәм әйтемдәр " темаларына Берҙәм дәрестәр үтте. Һәр дәрес "Башҡорт телендә һөйләшәм " йыры менән башланып китте.Уҡыусылар башҡорт теленең аһәңле ,моңло, ғәзиз туған телебеҙ булыуына йәнә бер тапҡыр инандылар. Киләсәктә лә туған телде яратһындар, ата - бабалар һөйләшкән телебеҙҙе балалар,ейән - ейәнсәрҙәр,бүлә - бүләсәләр онотмаһындар ине, сөнки теле юҡтың - иле юҡ ти,халыҡ мәҡәле.