Беҙҙең мәктәп уҡыусылары һынатманы!
Бөгөн, 28-се февральдә, Н.Нәжми исемендәге Дүртөйлө башҡорт гимназияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең ижадына арналған матур тантана , республика конкурсының йомғаҡлау этабы үтте. Был күркәм сараға, һайлап алыу этабын уңышлы үтеп, Өфө ҡалаһынан, Баймаҡ, Саҡмағош, Бөрйән ,Салауат, Илеш, Белорет, Асҡын , Кушнаренко һәм башҡа райондарҙан конкурсанттар килгәйне. Тәрән аҡыл, выждан тойғолары уятҡан драматург,нескә күңелдәрҙе тергеҙгән шағир Назар Нәжми балалар күңелендә лә матур хистәр уята. Шуға күрә уҡыусылар башҡарыуында шиғырҙар һәм йырҙар сараға йәм өҫтәне. Лайыҡлылар грамоталар менән бүләкләнде, беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла һынатманы : 8-се класс уҡыусыһы Муллаянова Эльза ижади эштәр номинацияһында 1 урын яулаһа, 7- се класс уҡыусыһы Әкрәмов Айҙар шиғыр һөйләү конкурсында 2 урын алды.
Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, афарин,уҡыусылар!