1. Ученикам
  2. Новости
  3. Милли кейем көнө

Милли кейем көнө

Апрель 19, 2024 Просмотров: 61

Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған.
Бөгөн Башҡортостан
Республикаһы халыҡтарының милли кейем көнө билдәләнә.
Беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла был саранан ситтә ҡалманы. Уҡыусылары башҡорт халҡының милли кейемдәре, биҙәк - нағыштары менән таныштылар, Муса Гәрәев исемендәге Башҡорт тарихи - мәҙәни үҙәгенә экскурсияға барҙылар. Үҙәктең баш белгесе Нурыева Гүзәл Рәсим ҡыҙы төнъяҡ- көнбайыш башҡорттарының тормошо,йәшәйеше һәм милли кейемдәре тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе.



Поделиться
в ВКонтакте


Поделиться
в Одноклассники