" Заман " төбәк - ара йәштәр медиафорумы
Өфөлә өсөнсө тапҡыр " Заман " төбәк - ара йәштәр медиафорумы булып үтте. "Торатау " Конгресс - холында үткән был сарала 66 педагог,336 уҡыусы , шул иҫәптән беҙҙең мәктәптең 10 класс уҡыусыһы Шәрипова Ләйлә,8 а класы уҡыусыһы Вилданова Алина, элекке беҙҙең мәктәп уҡыусыһы, хәҙер медколледж студенткаһы Алина Хисаметдинова ҡатнаштылар.
Балалар өсөн спикерҙар - фотограф И.Нуриев, А.Камалетдинов, видеохудожник Н.Юлгилдин , "Тамыр " телеканалы режиссеры Л.Мәзитова, "Юлдаш " радиостанцияһы прдюсеры И.Рамазанов төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙеләр: дөрөҫ итеп фотография төшөрөү, кадрҙар эшләү,блог алып барыу һәм видеомонтаж яһау серҙәре менән бүлештеләр.
Шулай уҡ уҡыусылар параспортсмен, блогер Р.Нәбиев, РФ -ның Дәүләт Думаһы депутаты Э.Айытҡолова менән осраштылар, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар.
Сара бик күңелле,йәнле һәм файҙалы үтте.