1. Ученикам
  2. Новости
  3. Милли Кейем Көнө 2024

Милли Кейем Көнө 2024

Сентябрь 13, 2024 Просмотров: 253
Милли костюм көнө менән!!!
 

Бөгөн 2024 йылдың 13 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә. Был байрам халыҡтың традицияларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә.

Беҙҙең мәктәптә лә был көнгә арналған арналған саралар булып үтте.Уҡыусылар милли биҙәктәр,семәрҙәр, биҙәүестәр, ҡашмауҙар, селтәрҙәр, түшелдеректәр, камзолдар менән таныштылар, улар тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланылар, кейеп һәм тағып ҡаранылар. Уларға бигерәк тә биҙәүестәр һәм башҡорт орнаменты төшөрөлгән футболкалар оҡшаны.Кейемдәрҙә лә милли үҙенсәлекте һаҡлау -телде һаҡлау кеүек матур күренеш икәнен тағы бер тапҡыр инандылар.