1. Ученикам
  2. Новости
  3. БашОлимпиада2024

БашОлимпиада2024

Октябрь 11, 2024 Просмотров: 368
9-11 октябрҙә Башҡортостанда башҡорт теле буйынса онлайн олимпиада үтте. Ул икенсе йыл рәттән ойошторола.
Ҡатнашыусылар өсөн төрлө кимәлдәге онлайн тест һорауҙары әҙерләнгән:
- башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн;
- башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
- башҡорт теленең диалекттары менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн.
Беҙҙең мәктәп уҡыусылары быйыл да был олимпиадала әүҙем ҡатнашып,үҙҙәренең белемдәрен һынанылар. Һорауҙарға дөрөҫ яуаптар табып ҡыуанғандары ла,әҙ генә дөрөҫ булмаған бит,тип бошонғандары ла бар,шулай ҙа олимпиада уҡыусыларға бик оҡшаны.Тест тамамланғас, һәр ҡатнашыусыға йыйылған балдар һаны менән сертификат тапшырылды.