1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡорт теле көнө 2024

Башҡорт теле көнө 2024

Декабрь 12, 2024 Просмотров: 240

2025 йылдың 16 ғинуарында күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тула. "Аҡман-тоҡман", "Бөртөкләп йыйыла алтын", "Төньяҡ амурҙары" дилогияһы... Ошо өс кенә романды атағанда ла, башҡорт әҙәбиәтен аҙмы-күпме белгән кеше уларҙың авторы кем икәнен әйтеп бирә алалыр.
Башҡортостан республикаһы башлығы Радий Хәбиров "Яныбай Хаммат улы Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында"ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Беҙҙең мәктәптә лә яҙыусының тормош һәм ижад юлына бағышланған дәрестәр булып үтте.
Әҫәрҙәре менән танышҡас, уҡыусыларҙа әҙәбиәткә булғанһөйөү, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артҡандыр ,тип ышанаһы килә.