1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡорт теле көнө 2025

Башҡорт теле көнө 2025

Декабрь 14, 2025 Просмотров: 140

14 декабрь – Башҡорт теле көнө!
Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ!
Һәр кеше үҙ туған телен белһен. Туған телебеҙ йәшәйешебеҙҙең нигеҙе булһын. “Туған тел!» һүҙе беҙгә ҡәҙерле һәм ғәзиз булһын!
19 ноябрҙә һәм 12 декабрҙә 2-се А класында туған теленән асыҡ дәрестәр үтте. Уҡыусылар һөйләү телмәрен үҫтереүҙә, һүҙлек байлығын арттырыуҙа төрлө күнегеүҙәр башҡарҙы, булған белемдәрен барлап, баһаланылар.
Туған тел – тормош сығанағы, белем шишмәһе. Һәр кеше өсөн телебеҙҙең һәр һүҙе матур, яғымлы, йомшаҡ, якын булһын. Туған телен һәр әсә балаһына өйрәтһен, ә бала ҙур бүләктәй ҡабул итеп, өйрәнһен. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғаиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй. Башҡорт телен һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәһен.
Телебеҙ беҙҙе берләштерһен!