1. Ученикам
  2. Новости
  3. Марафон"Башҡорт теленә 7 аҙым"

Марафон"Башҡорт теленә 7 аҙым"

Декабрь 7, 2021 Просмотров: 221

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы 14 декабрь-Башҡорт теле көнө тип иғлан ителгәйне.Шул йәһәттән,бөгөн,7 декабрҙә, башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе,бөйөк мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм башҡорт теле көнө айҡанлы ,,Ете аҙым" акцияһы башланды.
Бөгөнгө көндөң девизы-"Башҡорт теле-иманлы тел".Уҡыусыларҙы мәғрифәтсенең тормош һәм ижад юлы менән танышырып,"Нәсихәттәр" шиғырындағы нәсихәттәрҙең беренсеһе-иман тураһында һүҙ алып барылды,әңгәмә үткерелде,интервьюлар алынды.Был көндө дәрестәр,саралар "Башҡорт теле -иманлы тел " девизы менән башланды.Уҡыусылар шулай уҡ башҡорт теле тураһында шиғырҙар уҡынылар, урындағы радиоға аудиояҙма әҙерләнеләр,йырҙар йырланылар.Олуғ шағирҙың беренсе нәсихәтенә ярашлы,был көндө бөтә саралар ошо девиз менән һуғарылып, һәр саҡ иманлы булып,телебеҙ ҙә гүзәл һәм камил булһын,тигән дөйөм фекергә килеп тамамланды.