Марафон"Башҡорт теленә 7 аҙым"
Декабрь 8, 2021
Просмотров: 114
“Ете аҙым” марафонының икенсе көнө «Башҡорт теле - күңелем көҙгөһө» девизы аҫтында үтте. Ошо айҡанлы, 4А класс уҡыусылары араһында Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу уңайынан шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе ойошторолдо. Уҡыусылар туған телде һәм милли шиғриәтте һөйөүен дәлилләнеләр. Мәшһүр әҙиптең әҫәрҙәре генә түгел, шулай уҡ уға арнап яҙылған шиғырҙар ҙа яңғыраны, уҡыусылар төрлө шағирҙарҙың шиғырҙарын илһамланып, яратып һөйләне.