1. Ученикам
  2. Новости
  3. “Ете аҙым” марафонының өсөнсө көнө

“Ете аҙым” марафонының өсөнсө көнө

Декабрь 9, 2021 Просмотров: 106

“Ете аҙым” акцияһы беҙҙең мәктәптә дауам итә. Өсөнсө көн “Башҡорт теле – аҡыл теле” девизы аҫтында үтте. Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, уларҙың белемдәрен барлау маҡсаты менән 4В класында ла “Мәҡәлдәрҙә – халыҡ аҡылы” темаһына дэрес уткәрелде. Дәрестең уҙенсәлеге шунда булды – дәрестә оло класс уҡыусылары үҙҙәрен уҡытыусы ролендә һынап ҡараны. Уларҙың уҡыусылары ҙур теләк менән дәрескә әҙерләнгәндәр һәм күңелдәрен биреп ҡатнаштылар. Был сара уҡыусылар өсөн бик ҡыҙыҡлы булды.
Мәҡәл үҙ аллы жанр булһа ла, телмәрҙә ул үҙ алдына ғына йәшәмәй. Кешеләр һөйләшкән, әңгәмәләшкән саҡта үҙ фекерҙәрен ҡеүәтләп ебәрер өсөн, тапҡыр һүҙҙәр ҡулланалар. Телебеҙҙең киләсәген хәстәрләргә, матур традицияларҙы дауам итергә, телебеҙгә һөйөү тәрбиәләргә – бөгөнгө көндөң маҡсаты ғына түгел, ә һәр ваҡыт башҡарылырға тейеш булған эш.