“Ете аҙым” марафонының етенсе көнө
“Ете аҙым” марафонының етенсе көнө «Башҡорт теле – ихлас тел» девизы аҫтында үтте. Т.Рахманов исемендәге мәктәп уҡыусыларына «Беҙ бергә» тигән онлайн – кисә үткәрелде. Бында башҡорт теленең,еренең әһәмиәте, уны һөйөү,һаҡлау тураһында төшөнсәләр асыҡланды. Ихласлыҡ темаһына мәҡәлдәр,әйтемдәр,афоризмдар ҡулланып викторина үткәрелде. Ихлас күңелле кеше ниндәй була? һорауы буйынса фекер алышыу,ә 2-се синыфтар араһында “Дуҫыма башҡорт теле тураһында һөйләйем” конкурсы уҙҙы.
7 декабрҙән 13 декабргә тиклем дауам иткән бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм Башҡорт теле көнөнә арналған «Ете аҙым» марафоны уҙҙы.
Аҙна дауамында барған был үҙенсәлекле сараның маҡсаты – Аҡмулланың ижадында айырым урын алып торған “Нәсихәттәр”ендәге тәрән фекерҙәрҙен, йәшәйешебеҙҙең төп ҡиммәттәрен билдәләгән Иман, Күңел, Аҡыл, Шөкөр, Әҙәп, Сабыр, Ихлас кеүек ҡиммәттәрҙең асылын, башҡорт теленә ҡарата һөйөү,ҡыҙыҡһыныу хистәрен уятыу.Уны йәш быуынға,уҡыусыларға еткереү.
Беҙҙең мәктәп уҡусылары был марафонда бик әүҙем ҡатнашты. Туған телдең кешелек өсөн әһәмиәтле буыуын, ҙур роль үтәүен аңланылар. Бөйөк шәхестең өгөт - нәсихәттәрен күңелдәренә һалып, тормошта