1. Учителям
  2. Новости
  3. Башҡорт теле уҡытыусыларының район кәңәшмәһе

Башҡорт теле уҡытыусыларының район кәңәшмәһе

Декабрь 17, 2019 Просмотров: 110

 13 декабрҙә Тәлғәт Рахманов исемендәге Үрге Йәркәй урта мәктәп базаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының “Башҡорт телен заманса һәм модалы итеп уҡытыу” тигән темаға район семинары үтте. Шулай уҡ, был семинар Башҡорт теле көнөнә бағышлап үткәрелде.

   Семинар ваҡытында мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Мәғдәнова Дилә Марс ҡыҙы 7 класс уҡыусылары менән “Т.Ғиниәтуллиндың “Миҙал” хикәйәһе буйынса асыҡ дәрес үткәрҙе. Дәрестә уҡыусылар бирелгән һорауҙарға дөрөҫ яуап биреүе,үҙ фекерҙәрен матур итеп әйтә алыуҙары менән һөйөндөрҙө. Дәрес отошло һәм уңышлы булды.

   Фәхруллина Г.Ә. “Ҡанатлан“ проекты сиктәрендә үткәрелгән “Интерактив башҡорт теле” дәрестәрен үткәреү мөмкинлектәре менән үҙ оҫталыҡ –класында таныштырҙы. Гөлфая Әүхәҙи ҡыҙы уҡытыусылар менән яңы технологияларҙы ҡулланып, был проекттың отошло булыуын һәм мөһимлеген семинарҙа ҡатнашыусыларға аңлатты. Оҫталыҡ классы уҡытыусылар өсөн бик файҙалы булды.

   Пленар өлөштә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды һәм киләсәккә пландар билдәләнде.