1. Учителям
  2. Новости
  3. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы

Апрель 28, 2025 Просмотров: 181

28 апрелдә беҙҙең мәктәп уҡыусылары башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында ҡатнашты.
Был акция Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт телен үҫтереү һәм яҡлау фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан йыл һайын ойошторола. Диктанттың маҡсаты — башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған телде өйрәнеүгә иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен үҫтереү.
Уҡыусылар бик ҡыҙыҡһынып диктантты яҙҙылар, үҙҙәренең белемдәрен һынап ҡаранылар, ә сара аҙағында ҡатнашыусы сертификаты менән бүләкләнделәр.